Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АХУНОВ Рөстәм Ринат улы

Просмотров: 957

АХУНОВ Рөстәм Ринат улы (22.8.1978, Өфө ҡ.), иҡтисадсы. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2018), иҡтисад фәндәре докторы (2018). БР‑ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2021), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2015). БДУ‑ның иҡтисад факультетын (2000) һәм Хоҡуҡ институтын (2002), РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын (Мәскәү ҡ., 2011) тамамлаған. 2001 й. алып БДУ‑ла: 2011 й. башлап Иҡтисад, финанстар һәм бизнес институтында директор, 2017 й. — стратегик үҫеш буйынса проректор. 2018 й. алып РФА Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Стратегик һәм дисциплина‑ара тикшеренеүҙәр үҙәгендә рәйес вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, 2019 й. — лаборатория мөдире. Фәнни хеҙмәттәре социаль‑иҡтисади үҫеш, төбәктең конкуренцияға һәләтлелеге проблемаларына арналған. БР‑ҙың 2030 йылға тиклем социаль‑иҡтисади үҫеш стратегияһын төҙөүселәрҙең береһе. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 6‑сы саҡырылыш депутаты.

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.11.2022
Шәхестәр:
0