Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘҘИЕВ Аҙһар Мөхәмәтша улы

Просмотров: 330

ӘХМӘҘИЕВ Аҙһар Мөхәмәтша улы [1.5.1915, Һамар губ. Бөгөлмә өйәҙе Сарман а. (ТР‑ҙың Сарман р‑ны) —17.6.2007, Өфө], тренер. Мотоспорт б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1967), бөтә Союз (1964) һәм респ. (1955) категориялы судья, СССР‑ҙың почётлы судьяһы (1979). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1946 й. алып Өфөлә эшләй: Башҡ‑н автомотоклубының уҡытыу бүлеге нач., 1956 й. башлап 3‑сө урта мәктәп уҡытыусыһы, 1960 й. — 3‑сө төҙөлөш тресының спорт автомотоклубы тренеры, 1976— 89 йй. ДОСААФ‑тың Башҡорт өлкә ком‑ты инструкторы, бер үк ваҡытта 1963—66 йй. СССР йыйылма командаһы тренеры. 1956—59 йй. Ә. ҡатнашлығында юғары класс уҡыусылары өсөн Өфө—Ульяновск—Өфө, Өфө—Мәскәү—Өфө, Өфө—Харьков—Краснодон—Өфө, Өфө—Ленинград—Өфө автоуҙыштары ойошторолған. Ә. етәкс. “Башҡортостан” командаһы спидвей б‑са 5 тапҡыр СССР чемп. булған. Боҙҙағы мотоуҙыштарб‑са донъя чемпионаты ярым финалының баш судьяһы (1973). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019