Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЗИЕВ Камил Ғәле улы

Просмотров: 394

АЗИЕВ Камил Ғәле улы [16.7.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡарғалытамаҡ ҡсб (хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 9.1.1999, Омск ҡ.], агроном. В.И.Ленин ис. Бөтә Союз а.х. ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1990), а.х. ф. д‑ры (1988), проф. (1992). Омск а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) Омск өлк. “Травополье” с‑зының өлкән агрономы. 1957 й. алып Себер а.х. ҒТИ‑нда (Омск) эшләй: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1965 й. алып бүлек мөдире, 1981 й. — селекция эше б‑са ген. дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1973 й. башлап селекция үҙәге етәксеһе. Фәнни эштәре орлоҡсолоҡтоң агроэкологик һәм иҡт.‑ойоштороу нигеҙҙәрен, Көнбайыш Себерҙә юғары сифатлы орлоҡ етештереү технологияларын өйрәнеүгә арналған. А. производство шарттарында баҫыу культураларын әүҙем елләтеү ысулын уйлап таба. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 20 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1980).

Хеҙм.: Семеноводство полевых культур в Омской области. Омск, 1970 (авторҙ.); Яровая пшеница в Западной Сибири. М., 1981.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019