Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛКИН Илиас Сәйетгәрәй улы

Просмотров: 440

АЛКИН Илиас (Ильяс) Сәйетгәрәй улы (28.11.1895, Ҡазан — 27.10.1937, Мәскәү), сәйәси эшмәкәр. Проф. (1931). Дворяндарҙан. 1919 й. алып РКП(б) ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Г.В.Плеханов ис. Мәскәү халыҡ хужалығы ин‑тын тамамлаған (1925). 1915—17 йй. рус армияһында, подпоручик (1917); 1919 й. Башҡорт ғәскәрендә. 1917 й. апр. — 1918 й. мартында Бөтә Рәсәй (1917 й. июленә тиклем Ваҡытлы Бөтә Рәсәй) мосолман хәрби советы рәйесе, бер үк ваҡытта 1917 й. майы — 1918 й. майында Бөтә Рәсәй мосолман шураһы башҡарма ком‑ты ағзаһы. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы депутаты. 1918 й. Урал‑Волга штатын ойоштороу коллегияһы рәйесе, “Болаҡ аръяғы республикаһы” (Ҡазан, февр.—март) етәкселәренең береһе. Сент.—нояб. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары съезы рәйесе урынбаҫары. 1919 й. башында Башҡорт корпусы штабы начальнигы. 1919 й. февр. — 1920 й. майында Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты ағзаһы, Башҡ. респ. хеҙмәт халыҡ комиссары, хәрби комиссар урынбаҫары. Башҡортостан ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе П.В.Гузаков бойороғо б‑са 1920 й. июнендә ҡулға алына. Мәскәүҙә тикшереү аҫтында була, дек. азат ителә. 1922 й. алып И.В.Сталин ис. Көнсығыш хеҙмәтсәндәре коммунистик ун‑тында (Мәскәү) уҡыта. Репрессиялана (1937), атыла. 1955 й. аҡлана.

Хеҙм.: Средняя Азия: экономико-геогр. очерк Кара-Калпакстана, Киргизстана, Таджикистана и Узбекистана. Ч.1. М., 1931.

Әҙәб.: Султанбеков Б.Ф. Ильяс Алкин: жизнь и судьба (легенды и реальность) //Сталин и “татарский след”. Казань, 1995.

Р.Әәүләтшин, С.М.Исхаҡов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019