Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛКИН Мәжит Сәмиғулла улы

Просмотров: 531

АЛКИН Мәжит Сәмиғулла улы [15.2.1940, БАССР‑ҙың Малаяҙ р‑ны Әлкә а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны)], йырсы (тенор), педагог. Проф. (1992). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1977). Сәнғәт ф. канд. (2011). Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1971; С.М.Хромченко класы) ӨДСА‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 1992—95 йй. муз. ф‑ты деканы. Йомшаҡ тембрлы матур тауыш эйәһе. Йырсының репертуарында башҡ., урыҫ һәм сит ил композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, оҙон көйҙөң классик өлгөләре — “Азамат”, “Сәлимәкәй”, “Урал”, “Һандуғас” һ.б. З.Ғ.Исмәғилев, Т.Ш.Кәримов, Р.Ә.Мортазин, Д.Д.Хәсәншин, Х.Ф.Әхмәтовтың ҡайһы бер әҫәрҙәрен тәүге башҡарыусы. Рәсәй һәм Болгария буйлап гастролдәрҙә була. Уҡыусылары араһында Ғ.Ғ.Хәмзин, БР‑ҙың атҡ. артисы М.У.Исҡужина, Саха (Яҡутия) Респ. атҡ. артисы В.П.Павлов, халыҡ‑ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары С.Й.Әҡсәнов, А.А.Вахнин. 40‑тан ашыу уҡытыу‑методик хеҙмәт, башҡ. халыҡ йырҙарының 50 нотацияһы авторы. Ғ.Әлмөхәмәтов ис. призға йәш йырсыларҙың респ. конкурсы лауреаты (1972).

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019