Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АҠБУҘАТ”, опера

Просмотров: 597

“АҠБУҘАТ”, Х.Ш.Заимов һәм А.Э.Спадавеккианың ш. уҡ исемле башҡ. эпосы мотивтары б‑са прологтан, 3 шаршауҙан торған операһы. 1942 й. яҙылған. Премьераһы 1942 й. 7 нояб. Опера һәм балет театрында уҙа (С.М.Мифтахов либреттоһы, дирижёры П.М.Славинский, реж. Б.Ғ.Имашев һәм В.А.Нелли, ҡуйыусы рәссамдары Ғ.Ш.Имашева һәм М.Н.Арыҫланов, хормейстеры Н.А.Болотов, балетм. Х.Ғ.Сафиуллин). Төп партияларҙа: Х.И.Ҡудашев (Һәүбән батыр), Б.Н.Вәлиева (Таңһылыу), Ғ.С.Хәбибуллин (Ҡәһҡәһә), М.Ғ.Сәлиғәскәрова (Нәркәс), М.Х.Хисмәтуллин (Шүлгән), Ш.В.Вәлиәхмәтова (Һомайғош), Ғ.З.Сөләймәнов (Мәсем хан), Х.Л.Ғәлимов (Тарауыл). Эпостың күп һанлы сюжет һыҙыҡтары араһынан операла Һәүбән батырҙың яуыз Мәсем ханға ҡаршы көрәшенә айырым иғтибар бирелә. “А.” урыҫ композиторҙарының әкиәти‑эпик опералары традициялары дауам ителә. Әҫәрҙең муз. теле тәьҫирлеге һәм образлылығы м‑н айырылып тора. Төп герой Һәүбән характеристикаһында марш, Нәркәс, Таңһылыу образдарының лейтмотивы сифатында оҙон көй мелодикаһыинтонациялары киң ҡулланылған. Муз. драматургия изгелек (ер өҫтө) һәм яуызлыҡ (һыу аҫты) образдарының ҡапма‑ҡаршылығына интонацион сфералар контрасында ҡоролған. “А.” 2‑се редакцияһының премьераһы 1957 й. 31 дек. БДОБТ сәхнәһендә үтә (Мифтахов һәм Ҡ.Даян либреттоһы, дирижёры Н.Ғ.Сабитов, реж. Хисмәтуллин, ҡуйыусы рәссамы Арыҫланов, хормейстеры А.Г.Тихомиров, балетм. Ф.Ә.Ғәскәров). Төп партияларҙа: Ш.З.Ҡолбарисов (Һәүбән батыр), Вәлиева (Таңһылыу), Хәбибуллин (Ҡәһҡәһә), Сәлиғәскәрова (Нәркәс), С.Г.Русинов (Шүлгән), И.А.Муромцев (Мәсем хан), С.Д.Хөснийәров (Тарауыл). 1994 й. 25 нояб. Заимовтың 80 йәшенә арналған юбилей кисәһендә опера концерт вариантында башҡарыла (дирижёры В.И.Платонов, реж. Р.А.Вәлиуллин).

Әҙәб.: Музыкальная культура автономных республик РСФСР. М., 1957; Атанова Л.П. Халик Заимов. Уфа, 1967; История музыки народов СССР. В 5 т. Т.З. М., 1972.

Г.С.Галина

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019