АСТАХОВА Ирина Николаевна
291
АСТАХОВА Ирина Николаевна (29.8.1959, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (2003). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) Өфөлә эшләй: 13‑сө дауахананың 2‑се поликлиникаһында, 1992 й. алып ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында, 2006 й. — Мануаль терапия үҙәгендә. Фәнни тикшеренеүҙәре шәкәр диабеты, тире һәм йомшаҡ тән туҡымаларының эренле шешеү ауырыуҙары һ.б. м‑н ауырыусыларҙың аяҡ табаны некротик зарарланыуын диагностикалау һәм хирургик дауалауҙың комплекслы алымдарын эшләүгә бәйле. А. трофик сей яраларҙы дауалау өсөн яңы бәйләүес тәҡдим итә һәм реовазография ысулы индерә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: