Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АСТЕРОИДТАР

Просмотров: 297

АСТЕРОИДТАР (гр. аsteroeidés — йондоҙ һымаҡтар), бәләкәй планеталар, Ҡояш системаһының космик есемдәре, уларҙың күпселеге Марс м‑н Юпитер орбиталары араһында хәрәкәт итә. 20 б. аҙ. ҡарай 7 меңдән ашыу А. 2 йәки унан күберәк оппозицияла күҙәтелгән һәм уларҙың 5 меңенең орбита элементтары билдәләнгән. Бөтә А. массаһының суммаһы Ай массаһынан артмай. А. күп осраҡта эллипсоид формаһында, үлсәмдәре б‑са Ҡояш системаһының 9 төп планетаһынан бәләкәйерәк. Иң билдәле А.: Церера (иң ҙуры, диам. 935 км тирәһе), Паллада (535 км тирәһе). 30‑ға яҡын А. диам. 200 км ашыу, 250‑һенеке — яҡынса 100 км. Белгестәр билдәләүенсә, Ҡояш системаһында миллионлаған ҙур булмаған йомро А. бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре метеорит булып Ер өҫтөнә төшә. Траекториялары Ер орбитаһы м‑н киҫешкән 90‑дан ашыу А. билдәле. Был Аполлон тибындағы А., йәки аполлонидалар (диам. 1 км яҡын). Улар интенсив өйрәнелә, сөнки Ерҙәге тормошҡа ҡурҡыныс тыуҙырыуҙары мөмкин (А. диам. ни тиклем бәләкәй булһа, уның Ер м‑н бәрелешеү ихтималлығы ла шул тиклем ҙурыраҡ). Бер нисә А. исеме Башҡортостан м‑н бәйле: Башҡортостан, Салауат, Өфө.

Әҙәб.: Гетман В.С. Внуки Солнца: астероиды, кометы, метеорные тела. М., 1989; Pilcher F. The circumstances of minor planet discovery. In Asteroids //University of Arizona Press. Tucson, 1979; Pilcher F. The circumstances of minor planet discovery. In Asteroids II //Шунда уҡ. Tucson, 1989.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019