Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АТНАҒОЛОВ Сәләхетдин Саҙрый улы

Просмотров: 321

АТНАҒОЛОВ Сәләхетдин Саҙрый улы [1893, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Һыуыҡҡул а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 16.8.1938], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, яҙыусы. 1917 й. алып — һул социал‑революционерҙар (интернационалистар) партияһы, 1919—35 йй. РКП(б) ағзаһы. “Ғәлиә” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң (1916) шунда уҡ уҡыта, бер үк ваҡытта 1917 й. “Ирек” һәм “Беҙҙең юл” гәз. мөхәррире. 1917 й. авг. 2‑се Бөтә башҡорт ҡоролтайы депутаты, 1917 й. авг. — 1918 й. нояб. Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы, 1917 й. дек. — 1918 й. июнендә уның рәйесе; бер үк ваҡытта 1917 й. нояб. — 1918 й. ғин. Милләт мәжлесе секретары, ғин. алып Өфөлә һәм Ҡазанда Урал‑Волга штатын төҙөү коллегияһы секретары, казначейы, марттан Ҡазанда Иҙел‑Урал штатын төҙөү б‑са мосолман ХК рәйесе, апр.—июндә Өфөлә Өфө губерна ХКС‑ының Татар‑башҡ. комиссариаты хеҙм‑ре. 1919 й. март—апр. Сызрань ҡ. мосолман‑коммунистарҙың Өфө губерна бюроһы рәйесе һәм Татар‑башҡ. коммунистары үҙәк бюроһы ағзаһы. 1919 й. йәйенән Мәскәүҙә РКП(б) ҮБК эргәһендә Көнсығыш халыҡтары коммунистик ойошмаларының Үҙәк бюроһы ағзаһы, “Кызыл яу” (“Ҡыҙыл яу”) гәз. мөхәррире. 1920 й. башлап Ҡазанда Татарстан проф. союздар советының мәҙәниәт бүлеге мөдире. 1922 й. алып Мәскәүҙә “Эшче” (“Эшсе”) гәз. мөхәррире. 1925 й. алып Ҡазанда “Кызыл Татарстан” (“Ҡыҙыл Татарстан”) гәз. мөхәррире, Татарстан дәүләт нәшриәтенең баш мөхәррире, 1927—29 йй. ТАССР‑ҙың мәғариф ХК‑ның Академик үҙәге рәйесе, 1933—35 йй. Татар пед. ин‑ты уҡытыусыһы. “Кескенә шахтёр” (1925), “Гарантиялы мөхәббәт” (1927), “Ҡаф тауы артында” (1928, бөтәһе лә — татар телендә) һ.б. повестар авторы. Репрессиялана (1935), атыла. 1956 й. аҡлана.

Әҫәрҙ.: Башкирия. М., 1925.

Әҙәб.: Глухов М. Атнагулов Салах Садриевич //Возвращённые имена. Казань, 1990.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019