Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АТҺӨЙӘР, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 395

АТҺӨЙӘР, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Һыуыҡҡул а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 12 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 282 кеше; 1920 — 335; 1939 — 344; 1959 — 226; 1989 — 117; 2002 — 128; 2010 — 118 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1718 й. билдәле. 1762 й. А. типтәрҙәр иҫәпкә алынған. 1787 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында мишәрҙәр килеп урынлашҡан. 1795 й. 76 кеше йәшәгән, 1865 й. 28 йортта — 176 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет (1892 й. төҙөлгән), мөгәзәй теркәлгән.

Ф.Ғөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019