Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АУЛАҠ

Просмотров: 356

АУЛАҠ, аулаҡ өй, башҡорттарҙа йәштәрҙең бергәләп эшләү йәки күңел асыу өсөн йыйылыуынан торған традицион йола. Көҙгө, ҡышҡы осорҙа ата-әсәләр өйҙә юҡта үткәрелгән, ҡайһы ваҡыт — яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ йортонда. Ғәҙәттә, А. өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ ҡарауы аҫтында барған. Тәүҙәрәк А. 14—18 йәшлек ҡыҙҙар ҡул эше башҡарыу (ҡара: Бәйләү, Сигеү), балаҫ һуғыу, тула баҫыу (ҡара: Туҡыусылыҡ), көнкүреш әйберҙәре һәм кейем-һалым тегеү өсөн йыйылған. Һуңыраҡ егет-еләнде лә саҡыра башлағандар. Ҡыҙҙар, һәр кем үҙе м‑н алып килгән аҙыҡ-түлекте йыйып, ҡоймаҡ, бутҡа, бәлеш һ.б. бешергән, егеттәр күстәнәстәр килтергән. Йәштәрҙең бер-береһенә йылы мөнәсәбәтен күрһәтергә мөмкинлек биргән уйындар (ҡара: Халыҡ уйындары) ойошторолған: “күҙ бәйләш”, “йөҙөк һалыу”, “көйһөҙ кейәү”, “йондоҙ һанау”, “күгәрсен ашатыу” һ.б. Уларҙы уйнағанда мәрәкә язалар бирелгән: йырларға, бейергә, берәй йәнлек йәки ҡош булып ҡыланырға, мейес аҡларға, аҙбарҙағы малды һанарға, һыуға барырға тәҡдим ителгән. Яңғыҙ һәм парлап бейешкәндәр, йырлашҡандар, таҡмаҡ әйтешкәндәр, уларҙа никах һәм ғаилә темаһы өҫтөнлөк иткән. Егеттәр, нигеҙҙә, гармун, ҡурай уйнаған, ә ҡыҙҙар думбыра, ҡумыҙ сирткән. Кис һуңлатып ҡына өйҙәренә таралышҡандар. А. үҙенсәлекле бер төрө — урнаш. А. шулай уҡ татарҙарҙа таралған була.

Әҙәб.: Абсаликова Ф.Ш. Игры и развлечения зимнего периода у башкир в конце ХIХ — первой половине ХХ в. //Этносы и культуры на стыке Азии и Европы. Уфа, 2000.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019