Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АУТОАЛЛЕРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ

Просмотров: 349

АУТОАЛЛЕРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ, аутоиммун ауырыуҙар, аутоагрессив ауырыуҙар, организмдың үҙенең зарарланған күҙәнәктәре һәм туҡымалары (эндоаллергендары) тәьҫиренә иммун реакцияһы боҙолғанда барлыҡҡа килә. А.а. органоспецифик булмаған аутоантиесемдәр (системалы етди ҡыҙыл сөсө ауырыуы) һәм органоспецифик аутоантиесемдәр (Хасимото тиреоидиты, инсулинға резистентлы шәкәр диабеты, хроник гепатит һ.б.) барлыҡҡа килеүгә бәйле ауырыуҙарҙы индерәләр. А.а. көсәйеп китеүенә тышҡы (вирус инфекцияһы, дарыу препараттары, УФ нурланыш), эске (организмдың конституцион бирешеүсәнлеге, стресс) һәм нәҫел факторҙары булышлыҡ итә. 20 б. аҙағына А.а. 40‑тан ашыу төрө асыҡлана. Этиологияһы аҙағына тиклем өйрәнелмәгән. Диагностикаһы анамнезға, иммунологик статусты асыҡлау б‑са тикшеренеүҙәргә нигеҙләнә. Дауалау өсөн иммунитетты тергеҙеүсе препараттар ҡулланыла, бер үк ваҡытта иммун системаһының зарарланыуына килтереүсе факторҙарҙың организмға тәьҫир итеүенә юл ҡуйылмай. Иҫкәртеү: вакцинацияны һәм ауырыуға ҡан препараттарын ебәреүҙе сикләү, организмдың дөйөм резистентлығын күтәреү һ.б. Респ. аллергология-иммунология хеҙмәте ойошторолған, ул башҡа хеҙмәттәр (пульмонология, ревматология, эндокринология һ.б.) м‑н берлектә махсус мед. ярҙамы күрһәтеү б‑са планлы эш алып бара. А.а. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында үткәрелә (Х.Х.Ганцева, Р.Ә.Дәүләтшин, Ш.З.Заһиҙуллин, Л.А.Лепилина, Т.В.Моругова, Х.Ҡ.Әминев һ.б.). Шулай уҡ ҡара: Аллергия ауырыуҙары.

Әҙәб.: Давлетшин Р.А., Мухаметшина М.Г. Изменение противовоспалительных цитокинов у больных с аутоиммунными заболеваниями. Уфа, 2002.

Х.Х.Ганцева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019