Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АСФАЛЬТЛЫ‑ЫҪМАЛАЛЫ МАТДӘЛӘР

Просмотров: 274

АСФАЛЬТЛЫ‑ЫҪМАЛАЛЫ МАТДӘЛӘР, тәбиғи һәм техноген сығышлы олигомер системалары. Нефттәрҙә (массаһы б‑са 1—40%), тәбиғи битумдарҙа, асфальттарҙа һәм углеродлы матдәләрҙә була. Асфальтендарҙан һәм ыҫмалаларҙан (ҡара: Нефть ыҫмалалары) тора. Башҡортостан нефттәрендә А.‑ы.м. массаһы б‑са күләме 13‑тән 27%‑ҡа тиклем үҙгәрә. Респ. нефть ятҡылыҡтарының А.‑ы.м. составтарында көкөрт һәм ванадий миҡдарының юғары булыуы хас. А.‑ы.м. сульфирлау, галогенлау, хлорметилирлау, гидрирлау һ.б. процестарҙағы реакцияларға юғары һәләтлелек (ирекле радикалдар һәм нафтенароматик структураларҙың алышыусанлыҡтан барлыҡҡа килгән төрҙәре арҡаһында) күрһәтә. А.‑ы.м. химик әүерелеш продукттары битумдар, углеродлы материалдарҙың тоташтырыусы компоненттарын, коррозия ингибиторҙары, изоляция материалдары, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, сорбенттар һ.б. алыуҙа ҡулланыла. 20 б. 90‑сы йй. алып Нефтехимия эшкәртеү институтында А.‑ы.м. нигеҙендә нефттең олигомер һәм полимер материалдарын алыу ысулдарын уйлап табыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (М.Ю.Доломатов, Ю.А.Кутьин, Э.Ғ.Теләшев, И.Р.Хәйрудинов).

Әҙәб.: Асфальтосмолистые олигомеры. Применение и физико-химические свойства. М., 1992.

М.Ю.Доломатов

Тәрж. Л.И.Шарапова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019