Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АУЫЛ

Просмотров: 347

АУЫЛ, төрки, монгол һәм ҡайһы бер Кавказ халыҡтары торамаһы. Башҡорттарҙа тәүҙә ырыу общинаһының күсенеү урынындағы торамаһы (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) булған. Даими торама булараҡ А. барлыҡҡа килеүенә күсмә тормоштан ултыраҡ тормошҡа күсеү булышлыҡ итә. А. күбәйеүе Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы м‑н бәйле. А. йылға йәки күл буйҙарында, тау итәктәрендә урынлашҡан һәм тәүҙә 10‑дан 60‑ҡа тиклем йорттан торған. Тәүге А. бер ҡәбилә, ырыу, ырыу бүленеше ағзалары тарафынан нигеҙләнгән һәм ырыу‑ҡәбилә исеменә ярашлы аталған: Бөрйән, Ҡатай, Тамъян, Теләү һ.б. Ҙур А. улустарҙың адм.‑хужалыҡ үҙәгенә әүерелгән. Башҡорт ихтилалдарын (17—18 бб.) баҫтырыу барышында күп А. яндырылған [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40)]. Улар урынында барлыҡҡа килгән А. документтарҙа яңы исемдәр м‑н теркәлгән, йыш ҡына элеккеһен дә һаҡлап ҡалған. Халыҡ һаны арта барыу м‑н, А. эсендәге ғаилә‑туғандаш төркөмдәр, айырым урамдар йәки остар хасил итеп, йәнәшә урынлашҡан, ҡайһы берҙәре бүлендек ауылдарға йәки утарҙарға айырылып сыҡҡан, уларға башлыса тәүге төпләнеүсе исеме бирелгән (Илсеғол, Өмөтбай һ.б.) йәки “Яңы”, “Үрге” һ.б. өҫтәмәләр м‑н төп А. исеме һаҡланған. Генераль ыҙанлау үткәрелгән осорҙа башҡорттар, аҫаба ерҙәрҙе (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) һәм традицион йәшәү рәүешен һаҡлап ҡалыу маҡсатында, ҡышлау урындарында нигеҙләнгән утарҙарҙы властар алдында А. тип иғлан иткән. Яңы А. традиция б‑са төп ауыл тирәләй урынлашҡан. 19 б. 40‑сы йй. тиклем башҡорт А. өсөн йорттарҙың тығыҙ ултырыуы һәм йорт‑ҡаралтыларҙың аныҡ сиге булмауы хас. 1843 й. Ырымбур губернаһы хакимиәте тарафынан А. үҙгәртеп ҡороу планы ҡабул ителә, унда урамдарҙы төҙөк итеп урынлаштырыу, йорт-ҡаралтыны билдәле бер тәртиптә ҡороу, А. эреләтеү (кәм тигәндә 25—30 йорт) йәки уларҙы яңы урынға күсереү ҡарала. 18 б. аҙ. тиклем А. этник яҡтан бер төрлөлөк хас була; 19 б. алып этник яҡтан ҡатнаш А. барлыҡҡа килә, улар Башҡортостандың төньяҡ‑көнбайышында өҫтөнлөк итә. 19 б. уртаһына ҡарай яҡынса 1800 А. иҫәпләнә, айырыуса ҙурҙары 100 һәм унан да күберәк йорттан тора. А. күбеһендә мәсеттәр, мәктәптәр була. А. т‑да айырыуса тулы мәғлүмәт (губернаһын, өйәҙен, улусын, кантонын, хужалыҡтар һанын, халыҡ иҫәбен күрһәтеп) 5‑се ревизия барышында туплана, артабан ул ревизиялар, халыҡ иҫәбен алыу материалдары һ.б. статистик мәғлүмәттәр м‑н тулыландырыла һәм яңыртыла. 20 б. ҙур А. кантондар, административ райондар, ауыл советтарының адм.‑хужалыҡ үҙәктәренә әүерелә. Ҡайһылары ҡалаларға әйләнә (Дәүләкән, Дүртөйлө, Яңауыл һ.б.). Хәҙерге А. күбеһенең, рәсми исемдәренән тыш, уларҙың тарихын сағылдырыусы башҡа исемдәре бар (ҡара: Топонимика). Мәҫ., Йылайыр р‑ны Йомағужа а. икенсе исеме — Урман Ҡыпсаҡ — уға нигеҙ һалыусыларҙың ҡайһы ырыу‑ҡәбиләгә ҡарағанлығын күрһәтә (ҡара: Этнонимика), Әбйәлил р‑ны Әбделғәзе а. икенсе исеме — Әҡембәт — уға тиклемге утар исеменә бәйле.

С.Н.Шитова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019