Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АСЫ”, бальнеоклиматик шифахана

Просмотров: 602

“АСЫ”, бальнеоклиматик шифахана. БР‑ҙың Белорет р‑нында, Белорет ҡ. төньяҡ-көнбайышҡа 150 км һәм Инйәр т. юл ст. төньяҡҡа табан 20 км алыҫлыҡта Асы а. эргәһендә урынлашҡан. Климаты континенталь. Ҡыш һалҡын, ғин. уртаса т‑ра –15,7°С. Йәй йылы, июлдә уртаса т‑ра 17,4°С. Шифахана 2001 й. тире, һөйәк-мускулдар, нервы, йөрәк-ҡан тамырҙары системалары, ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙары булған, матдәләр алмашыныуы боҙолған һ.б. пациенттар өсөн бальнеологик дауалау учреждениеһы базаһында асыла; 168 урынға иҫәпләнгән (2008). Төп дауалау факторҙары — Асы минераль һыу сығанаҡтары һәм климат. Бальнеотерапия, дауалау физкультураһы, диетотерапия, физиотерапия һ.б. ҡулланыла.

Әҙәб.: Гильмутдинова Л.Т., Бадретдинов Р.Р. Санаторий Ассы, организация санаторно-курортного лечения. Уфа; Ассы, 2002.

Л.Т.Ғилметдинова, Б.Н.Ямалов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019