Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АСЫҒЫУСЫЛАРҒА ЯРҘАМ КОМИССИЯЛАРЫ

Просмотров: 229

АСЫҒЫУСЫЛАРҒА ЯРҘАМ КОМИССИЯЛАРЫ (помголдар). 1921 й. авг. Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты эргәһендәге Башҡ‑н өлкә помголы (Башпомгол) һәм Өфө губерна башҡарма комитеты эргәһендәге Өфө губерна помголы (Өфө губпомголы) ярашлы рәүештә Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡҡ. ойошторола. Бөтә Рәсәй ҮБК эргәһендәге Асығыусыларға ярҙам үҙәк комиссияһына буйһоналар. АСБР кантондарында һәм Өфө губернаһы өйәҙҙәрендә Эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советының башҡарма комитеттары эргәһендәге помголдар эшмәкәрлеген көйләй. АСБР һәм Өфө губ. халҡы өсөн Ҡырғыҙ ССР‑ынан, Екатеринбург, Курск, Смоленск, Петроград, Төмән губ. һәм РСФСР‑ҙың башҡа төбәктәренән иғәнә йыйыу, аҙыҡ‑түлек, медикаменттар, тауарҙар һәм аҡса алыу, Америка ярҙам администрацияһы һәм Харбин асығыусыларға ярҙам ком‑ты бүлексәләре м‑н берлектә мохтажлыҡ кисереүселәргә ярҙам күрһәтеү, йәмәғәт ашханалары һәм балалар йорттары асыу, асығыусыларҙың бер өлөшөн илдең имен төбәктәренә эвакуациялауҙы ойоштора. Помголға Башҡорт вәкиллеге булышлыҡ итә. Помголдар Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1922 й. 7 сент. “Үҙәк һәм урындағы асығыусыларға ярҙам комиссияларын таратыу тураһында” декреты м‑н бөтөрөлә. Башҡ‑н өлкә һәм Өфө губ. помголдарының бурыстары БАССР ҮБК эргәһендәге Аслыҡ эҙемтәләре м‑н көрәш б‑са үҙәк комиссияға күсә (Башпоследгол; 1922 й. 26 нояб. ойошторола, 1923 й. 1 авг. бөтөрөлә). Башҡ‑н өлкә помголы етәкс. Ш.Ә.Хоҙайбирҙин, Өфө губ. — Я.Р.Савельев.

Р.Әәүләтшин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019