Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҪАБА

Просмотров: 419

АҪАБА, нәҫелдән күсә килгән ер биләү хоҡуғы (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) булған община башҡорто. Рәсәй адм.‑идара итеү учреждениеларында А. ҡарата ғәҙәттә “аҫаба”, “аҫаба башҡорт” төшөнсәләре ҡулланылған. Община эсендә дөйөм ерҙәрҙе бергәләп файҙаланғандар, шәхси хужалыҡ алып барғандар (ҡара: Ер биләү, Ерҙе файҙаланыу). Мөлкәт б‑са һәм соц. айырымланыу урын алған (ҡара: Байҙар, Байғош, Туҫнаҡтар, Ялсы) төркөм. Башҡорттар үҙ общинаһы сиктәренән тыш А. булыуҙан туҡтаған һәм типтәрҙәр йәки керҙәштәр төркөмөнә күскән. А. хоҡуғын шәжәрә һәм жалованный грамота күрһәтеү нигеҙендә тергеҙеп булған.

Әҙәб.: Очерки по истории Башкирской АССР. Т.1. Ч.1. Уфа, 1956.

З.Ф.Рауилова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019