Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ИНСТИТУТЫ

Просмотров: 395

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ИНСТИТУТЫ, БНИИСХ 1956 й. Өфөлә Шишмә тәжрибә ст. (1912 й. нигеҙләнә) базаһында ойошторола, 1983 й. БНИИЗиС һәм БНИПТЖиК-ға үҙгәртелә, 1998 й. улар берләшкәндән һуң, Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының Башҡ‑н а.х. ҒТИ. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: иген культуралары,ҡуҙаҡлы иген культуралары, мал аҙығы культуралары, ярма культуралары, емеш культуралары, картуф сорттарын сығарыу һ.б.; респ. агросәнәғәт комплексында хужалыҡ итеүҙең һәм ер мөнәсәбәттәрен камиллаштырыуҙың фәнни механизмын, тупраҡтың уңдырышлылығын яңыртыуҙың һөҙөмтәле ысулдарын, игенселеккә яраҡлашҡан системалар, үҫемлекселек продукцияһы етештереүҙә ресурстарҙы һаҡлаусы технологиялар, мал аҙығы етештереүҙең экологик хәүефһеҙлеге системаһын, ауыл хужалығы малдарының продуктлылығын арттырыу ысулдарын эшләү; а.х. культураларының юғары репродукциялы орлоҡтарын етештереү һәм һатыу һ.б. Институт составы: Үҫемлекселек селекцияһы үҙәге, Кушнаренко емеш-еләк культуралары селекцияһы үҙәге, үҫемлекселек б‑са инновация-технология үҙәге, 7 ғилми бүлек, 16 лаб., 5 ғилми бүлексә (Баймаҡ, Бөрө, Ҡаҙанғол, Өфө, Стәрлетамаҡ). 209 ғилми хеҙм‑р араһында 11 ф. д‑ры, 36 канд. (2008). 3 һөнәр б‑са аспирантура эшләй. 1970 й. алып институт ғалимдары а.х. культураларының 124 сортын сығара (81-е РФ‑тың селекция ҡаҙаныштары реестрына индерелгән), ш. иҫ. Чулпан ужым арышы, Лютенсценс 9 ужым бойҙайы, Башкирская короткостебельная ужым тритикалеһы, Башкирская 26 йомшаҡ яҙғы бойҙайы, Башкирская 27 ҡаты яҙғы бойҙайы, Агидель, Инзерская, Башкирская красностебельная, Чишминская ҡарабойҙайы, Чишминская 95 борсағы, Чишминская ранняя, Чишминская 84 судан үләне, Бибинур, Чишминская 131 люцернаһы, Караидель ҡара ҡарағаты, Александр, Башкирский, Карагай, Юбилейный винограды; башҡорт атының һөтлө һәм итле тоҡомдары, Украина Милли ФА‑ның Микробиология һәм вирусология ин-ты м-н берлектә үҫемлектәрҙе а.х. культуралары ауырыуҙарынан һаҡлау өсөн биологик препараттар (фитоспорин һәм интеграл) уйлап табыла; бейә һөтөн киптереү һәм үҙ хәленә ҡайтарыу, ҡымыҙ бешеү, СЖК (быуаҙ бейәләрҙең эркете) гормон препараты, некрофар патогенетик терапия саралары һ.б. етештереү технологиялары эшләнә. Йыл һайын 1,5 мең т ашыу юғары репродукциялы а.х. культуралары орлоҡтары һатыла (институт селекцияһы сорттары сәселгән майҙан БР б‑са яҡынса 1 млн. га тәшкил итә). 170-тән ашыу уйлап табыуға авторлыҡ танытмаһы һәм патент алынған; 1999 й. алып 70-тән ашыу фәнни хеҙмәт баҫылып сыға. РФ, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Украина, АҠШ, Швейцария һ.б. ил ҒТИ‑лары һәм үҙәктәре м-н хеҙмәттәшлек итә. БНИИСХ дир.: Х.Ҡ.Хәсәнов (1956 й. алып), В.Х.Хангилдин (1961 й. алып), Н.Х.Жданов (1971 й. алып), Н.Р.Бәхтизин (1979—83 йй.), И.Т.Шәйәхмәтов (1998 й. алып), В.М.Шириев (2008 й. алып). БНИИЗиС дир.: Бәхтизин (1983 й. алып), Б.И.Петров (1988 й. алып), М.И.Минеев (1996 й. алып); БНИПТИЖиК дир.: Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин (1983 й. алып), З.И.Сәйетғәлиев (1988 й. алып), З.Ғ.Бикбулатов (1994 й. алып).

В.М.Шириев

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019