Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ КУЛЬТУРАЛАРЫНЫҢ БУЙҒА ҮҪЕҮҺӘМ ҮҪЕШ ФАЗАЛАРЫ

Просмотров: 314

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ КУЛЬТУРАЛАРЫНЫҢ БУЙҒА ҮҪЕҮ ҺӘМ ҮҪЕШ ФАЗАЛАРЫ, үҫемлектең шытыуынан алып ҡороуына тиклемге индивидуаль үҫешенең аныҡ тышҡы (морфол.) билдәләр (онтогенездың һәр этабында эске торошто сағылдыралар һәм уны контролдә тоторға мөмкинлек бирәләр) м‑н характерланыусы эҙмә-эҙлекле этаптары. Фазаларға орлоҡтар шытыу, үҫентеләр, сәскәлектәр, сәскәләр, емештәр, орлоҡтар барлыҡҡа килеү хас. Үҫемлекселектә бер йыллыҡ бер өлөшлө (һоло, бойҙай) культураларҙың шытыу, тармаҡланыу, көпшәләнеү, башаҡланыу (баш ҡоҫоу), сәскә атыу, бешеү һәм орлоҡ өлгөрөү (3 этабы бар: һөтләнеп, балауыҙланып һәм тулы өлгөрөү) фазалары айырып йөрөтөлә, ике өлөшлөләрҙең (борсаҡ, фасоль) — бер пар ысын япраҡ, үренделәр формалашыу, сәскәгә төймәләнеү, емеш биреү; күп йыллыҡ үлән һәм ужым культураларының, һаналып киткән фазаларҙан тыш — көҙгө вегетация аҙағы һәм яҙғы вегетация башы; тамыраҙыҡтарҙың — беренсе, икенсе, өсөнсө пар ысын япраҡ, рәттәрҙә, рәт араларында япраҡтар ҡушылыу, япраҡтар айырылыу; үрсетмә м‑н үҫтерелгән йәшелсә культураларының (баклажан, кәбеҫтә, томат һ.б.) — беренсе пар ысын япраҡ, үрсетмә ҡушылыу, тулыһынса үрсетмә формалашыу (вегетацияның үрсетмә осоро), тамырланыу, вегетатив ағзалар формалашыу, сәскәгә төймәләнеү, техник (йыйыу өсөн) өлгөрөү (баҫыу осоронда). Буйға үҫеү һәм үҫеш осорона, а.х. культураларының продуктлылығына тышҡы шарттар тәьҫирен баһалау өсөн агрометеорологик станциялар, сорт һынау участкаларында алып барылған фенологик күҙәтеүҙәр (ҡара: Фенология) файҙаланыла. Башҡортостанда баллы үҫемлектәрҙең фенофазаларын систематик күҙәтеүҙе 19 б. аҙ. А.А.Юрьев алып бара. Аграр университетта а.х. культуралары фенофазаларын өйрәнеү 20 б. 50‑се йй. алып тормошҡа ашырыла: һауа т‑раһы шарттарына бәйле фаза-ара осорҙар дауамлылығының үҙгәреш законлылыҡтары билдәләнә һәм төп баҫыу культуралары фенофазаларының башланыу ваҡыты картаһы төҙөлә (Р.Р.Исмәғилев). Биология институтында ситтән күсерелгән һәм дарыу үҫемлектәренең буйға үҫеү һәм үҫеш фазалары асыҡлана (Е.В.Кучеров).

Әҙәб.: Кучеров Е.В. Календарь природы Башкирии. Уфа, 1984.

Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019