Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҪАУ, Балтас р‑нындағы ауыл

Просмотров: 302

АҪАУ, Сытырман, Балтас р‑нындағы ауыл, Тушҡыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 23 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 84 км алыҫлыҡта Муҡтар й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 739 кеше; 1920 — 859; 1939 — 795; 1959 — 691; 1989 — 483; 2002 — 466; 2010 — 416 кеше. Удмурттар, башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб (“Чибориё” удмурт халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Өфө‑Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1748 й. (50 ир‑ат иҫәпкә алынған) алып билдәле. Шулай уҡ Аҫауар, Яңы Аҫау исемдәре м‑н теркәлгән. 1812 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында удмурттар килеп урынлашҡан. 1865 й. 75 йортта 442 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, 3 бакалея кибете теркәлгән. Ү.Ш.Шакиров ошо ауылда тыуған.

Я.Н.Мөниров, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019