Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҪАУ-ЗУБОВ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 330

АҪАУ-ЗУБОВ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Казадаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т. табан 14 км алыҫлыҡта Аҫау й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында, Өфө — Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 385 кеше; 1920 — 560; 1939 — 517; 1959 — 466; 1989 — 117; 2002 — 277; 2010 — 137 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002).

Фаразланыуынса, 19 б. Стәрлетамаҡ өйәҙендә нигеҙ һалына; алпауыт Зубовтарға ҡараған. Шулай уҡ Александров, Асаф, Аҫаутамаҡ, Зубов исемдәре м‑н билдәле булған. 19 б. 70‑се йй. ерҙе элекке алпауыт крәҫтиәндәре һатып алған. 1865 й. 24 йортта 365 кеше йәшәгән. Игенселек, сабата үреү, сана, арба, ағас һауыт-һаба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү (1852 й. төҙөлгән) булған. 1906 й. ш. уҡ сиркәүәхәллә мәктәбе, мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Ю.А.Кәримов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019