Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҪЫЛҒУЖА (Баһуманов Аҫылғужа Ишемғужа улы)

Просмотров: 415

АҪЫЛҒУЖА (ысын исеме Баһуманов Аҫылғужа Ишемғужа улы; 20.10.1945, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Муллаҡай а. — 25.2.2005, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1986). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) “Совет Башҡортостаны” гәз. хәбәрсеһе, бүлек мөдире. 1984 й. алып БАССР Яҙыусылар союзы идараһының әҙәби консультанты, яуаплы секретары; 1990 й. башлап (өҙөклөк м‑н) “Китап” нәшриәтендә эшләй: 1992 й. тиклем дир., 1998 й. алып мөхәррир. 1994—96 йй. Сибай яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары. “Ҡояшлы таң” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1982 й. сыға. Төп геройының прототибы Ә.Ғ.Әлибаев булған “Ниндәй көн был…” (1992) повесында ғүмеренең һуңғы көнө ваҡиғалары аша кешенең ауыр, әммә матур яҙмышы сағылдырыла. “Бирешмә, Бәҙри!” (1992) повесы 112‑се Башҡ. кавалерия див. (ҡара: Чернигов кавалерия дивизияһы) арналған. Соц. Хеҙмәт Геройҙары М.Ә.Ғәлимов, Ф.Ғ.Ниғмәтуллина, Р.Х.Яхин һ.б. арналған очерктар авторы.

Әҫәрҙ.: Боҙ киткәндә: поэма һәм шиғырҙар. Өфө, 1985; Мәңгелек тупһаһында: шиғырҙар, поэмалар, либретто. Өфө, 1994; Салауаттың йәше: роман. 1‑се кит. Өфө, 2004.

М.Х.Баһуманова

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019