Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҪЫЛҒУЖА, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 366

АҪЫЛҒУЖА, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 38 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 353 кеше; 1920 — 360; 1939 — 376; 1959 — 420; 1989 — 238; 2002 — 227; 2010 — 223 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1854 й. Троицк өйәҙе Әйле улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Күсеп килгәнгә тиклем улар Силәбе өйәҙендә казактарҙан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә ш. уҡ исемле ауылда йәшәгән (күсеп килеүгә рөхсәт Башҡорт‑мишәр ғәскәре башлығынан 1846 й. алынған). Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Әбделсәләм һәм Ҡолош Аҫылғужиндар билдәле. 1865 й. 49 йортта 259 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019