Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АУЫРҒАЗЫ, йылға

Просмотров: 375

АУЫРҒАЗЫ, йылға, Өршәк й. уң ҡушылдығы. Ауырғазы р‑ны Талбазы а. көньяҡҡа табан 7 км алыҫлыҡта башлана. Ауырғазы р‑нында аға. Үрге ағымда 10 км оҙонлоғонда көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа табан ер аҫтынан аға, ер өҫтөнә Яңы Этекәй а. эргәһендә сыға һәм төньяҡ-көнбайышҡа борола, Өршәк й. (тамағынан 101 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 46 км, басс. майҙаны 140 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Кәлсер-Буран а. эргәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 0,7—0,9 м3/ с. Басс. рельефы убалы тигеҙлектәрҙән ғибәрәт, уң яры текә, урыны м‑н ҡаялы, терр‑яһы карсланған. Ландшафтары далаларҙан тора, терр‑яның 75%‑ы һөрөлгән, 15%‑ын (баҫыу һаҡлау урман һыҙаттарын иҫәпкә алып) урман ҡаплаған. Иң ҙур ҡушылдығы — Түрһәгәҙе (һул). Исеме башҡ. теленән “айыр” — йылға тармағы һәм боронғо төрки теленән “ғаҙы” — йылға һүҙҙәренән алынған.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019