Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АХЛЫСТИН, Благовещен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 348

АХЛЫСТИН, Благовещен р‑нындағы ауыл, Иҫке Надеждин а/ с ҡарай; пристань. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 46 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 360 кеше; 1920 — 494; 1939 — 520; 1959 — 485; 1989 — 363; 2002 — 351; 2010 — 344 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иҫке Надеждин урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1872 й. Өфө өйәҙендә алпауыт Морозовтан һатып алынған ерҙәрҙә Үҙәк Рәсәйҙән күсеп килеүселәр Үрге Николаевский (Ахлыстинский) яңы ауылы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 45 йортта 370 кеше йәшәгән. Тимерлек, май һығыу, һарыҡ тиреһе эшкәртеү, туғын яһау һәм 5 ағас әйберҙәр эшләү оҫтаханалары, бакалея кибете булған. 1906 й. земство мәктәбе, туғын яһау оҫтаханаһы, бакалея кибете теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.Ғәрүәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019