Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АХЛЫСТИН, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

Просмотров: 341

АХЛЫСТИН, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Әхмәт а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 70 км алыҫлыҡта Студёное күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 833 кеше; 1920 — 819; 1939 — 850; 1959 — 416; 1989 — 210; 2002 — 227; 2010 — 183 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Өфө өйәҙе Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1788 й. керҙәшлек килешеүе б‑са удел крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1799 й. ш. уҡ шарттарҙа бында дәүләт крәҫтиәндәре килеп урынлашҡан. Шулай уҡ Ҡаңлы‑Ахлыстин булараҡ теркәлгән. 1865 й. 114 йортта 637 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, балыҡсылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Ел тирмәне булған. 1906 й. ғибәҙәтхана, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019