Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АХТИЯЛ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

Просмотров: 283

АХТИЯЛ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Истәк а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Көнс. табан 8 км алыҫлыҡта Ҡаймаш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 496 кеше; 1920 — 535; 1939 — 588; 1959 — 437; 1989 — 342; 2002 — 344; 2010 — 353 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Истәк урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 17 б. уртаһында Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек шарттарында яһаҡлы татарҙар (һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. Шулай уҡ Иҫәнбай, Исәлмәт исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 67 кеше йәшәгән, 1865 й. 34 йортта — 188 кеше (Исәммәт а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған). Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1920 й. һуң А. Исәммәт (18 б. башында нигеҙ һалынған) м‑н бер ауылға ҡушылған.

Х.Х.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019