Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АХУНОВ Мәсәбих Фәтхелислам улы

Просмотров: 361

АХУНОВ Мәсәбих Фәтхелислам улы [3.3.1928, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Үрге Маншыр а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 8.6.2008, Воронеж ҡ.], график. РСФСР‑ҙың атҡ. рәссамы (1976). РФ‑тың Рәссамдар союзы ағзаһы (1967). Ҡазан сәнғәт уч‑щеһында уҡыған (1950—51; педагогы В.И.Куделькин). 1959—66 йй. Воронеж ТВ‑һы һәм “Коммуна” гәз. рәссамы. РСФСР Рәссамдар союзының Воронеж бүлексәһе рәйесе (1970—72, 1974—78). Башлыса ҡара-аҡ линогравюра техникаһында ижад итә. А. әҫәрҙәре ҡәтғи графика мәҙәниәте, композиция баҫалҡылығы һәм ритмлылығы, һүрәтләнеү элементтары масштабының контраслығы м‑н айырыла. Тәүге осорҙағы график эштәре рәссамдың бала сағы үткән Башҡортостанға арналған: “Йылы йорт”, “Тыуған яҡтарға”, “Ҡыш” (бөтәһе лә — 1964). “Башҡортостандың нефть промыслалары”, “Воронеж”, “Ҡазан университеты” (бөтәһе лә — 60‑сы йй. 2‑се ярт.), “Ленин урындары буйлап” (60—80 йй.) серияларында тематика төрлөлөгө, мотивтар аныҡлығы, образ ҡоролошоноң тыйнаҡ эпиклығы күҙәтелә. “Ҡара тупраҡлы край индустрияһы” (1971), “Рәсәйҙең индустриаль ритмдары” (1977), “Юғары офоҡтар” (1986) һ.б. серияларында кеше героизмы һәм ижади көсө темалары, хеҙмәт көндәре динамикаһы сағылдырылған. А. портрет, ҡала һәм ауыл пейзажы жанрындағы патриотик һәм лирик-поэтик интонациялар тойомланған “Ағастар тураһында баллада” (1978), “Рәсәй — шағирҙар ере” (1980), “Воронеж быуаттар һуҙымында” (1985), “Рәсәйгә арнау” (1990), “Тыуған ил” (1993) графика сериялары; “Икмәк” (“Әсәйемә арнау”, “Атай йорто тәҙрәһе”, “Минең ауылым” һ.б.; 1979) автобиографик серияһы авторы. 90‑сы йй. алып А. император Николай II ғаиләһе ағзалары портреттары, 2003 й. — балалыҡ хәтирәләренә арналған “Сағылыш” сериялары өҫтөндә эшләй. 1964 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Воронеж (1978, 1983, 1988, 1993, 1998), Мәскәү (1982, 1988), Өфө (1987), Липецк ҡ. (1998); Ирландия (1991), Финляндия (1993), Дания (2003). А. эштәре А.С.Пушкин ис. һынлы сәнғәт музейы, Ленин В.И. йорт-музейы, И.Н.Крамской ис. художество музейы (Воронеж), Хәҙерге сәнғәт музейы (Кёльн ҡ., Германия) коллекцияларында, Рәсәй һәм сит ил шәхси йыйылмаларында һаҡлана. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Әҙәб.: Масабих Ахунов. Графика: кат. выст. М., 1988.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019