Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҺЫЛАЙ, Өскүл, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

Просмотров: 368

АҺЫЛАЙ, Өскүл, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 85 км һәм Ташбулат т. юл ст. Т. табан 20 км алыҫлыҡта Биҙгенде й. (Кесе Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 182 кеше; 1920 — 265; 1939 — 214; 1959 — 311; 1989 — 353; 2002 — 402; 2010 — 397 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Күбәләк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1730 й. билдәле. Ауыл кешеләренең береһе исеме м‑н аталған, уның улы Балапан Аһылаев билдәле. 1795 й. 13 йортта 96 кеше йәшәгән, 1866 й. 30 йортта — 155 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019