Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АШҠАҘАР, йылға

Просмотров: 681

АШҠАҘАР, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Фёдоровка р‑ны Өсбү­ләк а. көнбайышҡа табан 2,2 км алыҫлыҡта башлана. Фёдоровка р‑нында төньяҡ‑көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан аға, Михайловка а. эргәһендә төньяҡ-көнсығышҡа борола һәм Стәрлебаш, Мәләүез, Стәрлетамаҡ р‑ндары буйлап Ағиҙел й. (тамағынан 743 км алыҫлыҡта, Стәрлетамаҡ ҡ. эргәһендә) ҡоя. Оҙонлоғо 165 км, басс. майҙаны 3780 км2, дөйөм түбәнәйеүе 271 м. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 81,1%‑ы яҙғы (апр.—май), 13,1%‑ы йәйге-көҙгө (июнь—окт.) һәм 5,8%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы3/ с): Стәрлетамаҡ р‑ны Весёлый а. эргәһендә — 10,4, тамағында — 16,7. Басс. көнбайыш өлөшө Бөгөлмәәләбәй ҡалҡыулығы сиктәрендә урынлашҡан. Көнсығыш өлөшө балсыҡлы, ҡомло балсыҡлы һәм ҡомло грунтта ҙур булмаған убалар м‑н уйһыу тигеҙлектән тора. Үҙәне өҫкө пермдеңҡаҙан ярусы эзбизташтары, доломиттары, мергелдәре, аргилиттарынан ғибәрәт. Ландшафтары типик ҡара тупраҡтағы төрлө үләнгә бай, бүтәгән-ҡылғанлы дала һәм болондарҙан тора. Басс. терр‑яһының яҡынса 5%‑ын урман ҡаплаған, 70%‑ы һөрөлгән. Фёдоровка р‑ны Дедов һәм Базелев аа. эргәһендә быуалар бар. Ҡушылдыҡтары: уң — Һуҡайлы; һул — Кесе Балыҡлы, Оло Балыҡлы, Күндерәк, Стәрле һ.б.

В.А.Балков

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019