Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АТАНОВА Людмила Петровна

Просмотров: 336

АТАНОВА Людмила Петровна [21.2.1920, АСБР‑ҙың Үҫәргән кантоны Сабатар а. (Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны) — 6.1.1994, Өфө], музыка белгесе, фольклорсы. Сәнғәт ф. канд. (1970). РФ‑тың (1992) һәм БАССР‑ҙың (1964) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1963). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1952) 1964 й. тиклем Өфө сәнғәт уч‑щеһы, бер үк ваҡытта 1961—65 йй. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тының Өфө уҡыу‑консультация пункты уҡытыусыһы; 1964—78 йй. ТТӘИ‑нең ғилми хеҙм‑ре, бер үк ваҡытта Башҡ. филармонияһы лекторы. Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. муз. фольклористикаһы тарихын, башҡ. халыҡ музыкаһы генезисы һәм жанрҙары проблемаларын, милләт‑ара муз.-фольклор бәйләнештәрҙе, төбәктең хәҙ. заман муз. мәҙәниәтен һәм башҡ. композиторҙары ижадын өйрәнеүгә бәйле. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Рауф Муртазин. Уфа, 1967; Жизнь как песня. Уфа, 1973; Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. Уфа, 1992.

Әҙәб.: Композиторы и музыковеды Башкортостана: очерки жизни и творчества. Уфа, 2002.

Ф.А.Фәйезова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019