Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АТЛАСОВ Хәбибрахман Ғабдрахман улы

Просмотров: 476

 

АТЛАСОВ Хәбибрахман Ғабдрахман улы (14.1.1878, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сәйет посады, хәҙ. Ырымбур өлк. Һаҡмар р‑ны Татар Ҡарғалыһы а. — 15.12.1949, Өфө), земство табибы, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. РСФСР‑ҙың (1944) һәм БАССР‑ҙың (1940) атҡ. табибы. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1904) Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Сермән а. участка дауаханаһы мөдире, 1908 й. алып ш. уҡ губ. Орск өйәҙе Темәс а., 1914—21 йй. тыуған ауылында баш табиб булып эшләй. 1919—22 йй. ҡайтмалы һәм сабыртмалы тифтарҙы, вабаны бөтөрөүҙә, асығыусыларға туҡланыу пункттары ойоштороуҙа ҡатнаша. 1922 й. башлап Өфөлә суд‑мед. эксперты, Өфө ҡала башҡарма ком‑ты һаулыҡ һаҡлау бүлегенең 6‑сы амбулаторияһы мөдире, 1936—42 йй. Өфөнөң үҙәк поликлиникаһында табиб‑консультант, 1943—49 йй. “Башнефть” берекмәһенең үҙе ойошторған поликлиникаһында баш табиб булып эшләй. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1943, 1949).

В.А.Скачилов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019