Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АТМОСФЕРА ФРОНТТАРЫ

Просмотров: 329

АТМОСФЕРА ФРОНТТАРЫ, атмосфераның түбәнге ҡатламдарындағы (тропосфера) һалҡын һәм йылы һауа массалары араһындағы күсмә зоналар. А.ф. оҙонлоғо — бер нисә мең км, киңлеге — бер нисә тиҫтә км, ҡалынлығы бер нисә йөҙ метрға етә. Ер өҫтөнә ҡарата ауышып үтәләр. Формалашыу районы б‑са арктик, поляр, тропик; физик үҙенсәлектәре б‑са йылы, һалҡын, окклюзия (циклонда йылы һәм һалҡын А.ф. берләшеүе) А.ф. айырыла. БР терр‑яһына арктик һәм поляр А.ф. хас. А.ф. үткәндә һауа торошо киҫкен үҙгәрә: ҡышын йылы А.ф. үткәндә — йылытыу, буран, боҙлауыҡ; йәйен баҫып яуған һәм ҡойма яуым-төшөм, йәшен, боҙ яуыу һ.б. күҙәтелә. А.ф. — синоптик метеорологияның өйрәнеү предметы.

Г.Әәкиева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019