Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРХИТЕКТУРА ҠОМАРТҠЫЛАРЫН ҺАҠЛАУ

Просмотров: 384

АРХИТЕКТУРА ҠОМАРТҠЫЛАРЫН ҺАҠЛАУ, ҡара: Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау.

МӘҘӘНИ МИРАҪ ОБЪЕКТТАРЫН ҺАҠЛАУ, мәҙәни мираҫ объекттарын асыҡлауға, өйрәнеүгә, һаҡлауға, яҡлауға һәм файҙаланыуға йүнәлтелгән дәүләт саралары системаһы. БР‑ҙың “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының мәҙәни мираҫы объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) тураһында” законына (2005) ярашлы башҡарыла. Объекттарҙы һаҡлау һәм файҙаланыу өлкәһендә закондарҙың үтәлеүенә контролде; иҫәпкә алыуҙы (РФ халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттарының Берҙәм дәүләт реестрын формалаштырыуҙы һәм алып барыуҙы); объекттарға тарихи-мәҙәни экспертиза үткәреүҙе; ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлегендә айырым тәртипкә һалыуҙы талап иткән объект булараҡ мәҙәни мираҫ объекттарының сиктәрен билдәләүҙе; объекттарҙың физик төҙөклөгөн тәьмин итеүҙе (оҙаҡ һаҡлау өсөн ябып ҡуйыу, ремонт, реставрация яһау, заманса файҙаланыуға яраҡлаштырыу); ғилми-тикшеренеү, тикшеренеү һәм проект эштәрен, ғилми‑методик етәкселекте, техник һәм автор күҙәтеүен; объекттарҙа мәғлүмәт яҙыуҙарын һәм билдәләрҙе ҡуйыуҙы; объекттарҙың торошона контроллек итеүҙе һәм уларҙы популярлаштырыуҙы үҙ эсенә ала.

БР‑ҙа М.м.о.һ. Ғилми-производство үҙәге, БР‑ҙың Мәҙәниәт министрлығы эргәһендәге Күсемһеҙ мәҙәни милекте һаҡлау бүлеге (2005 й. ойошторола) тормошҡа ашыра.

Объекттарҙы һаҡлауҙың төп шарты булып уларҙы рациональ файҙаланыу тора: тәғәйенләнеше б‑са (Килем мәсете, Изге Троица соборы), һаҡлауға алынған биналарҙы торлаҡ, музей, театр, ҡунаҡхана, күргәҙмә залдары, уҡыу йорттары, сувенир оҫтаханалары һәм кибеттәре, туристик мәғлүмәти үҙәктәре һ.б. итеп яраҡлаштырыу (ҡара: Аксаков халыҡ йорто, Дворяндар йыйылышы бинаһы, Килем һарайы, Лаптев М.А. йорто һ.б.). Мәҙәни һәм тәбиғи мираҫ объекттары нигеҙендә 2002 й. Баймаҡ р‑нында Башҡортостанда беренсе “Ирәндек” тарихи‑археологик һәм ландшафт музей‑ҡурсаулығы ойошторола; Мәләүез р‑нында музей-ҡунаҡхана комплексы проекты өҫтөндә эш алып барыла (Воскресенка заводы нигеҙендә), ӨДИСУ‑ла “Башҡортостандың алтын ҡулсаһы” респ. туристик проекты эшләнә. 2006—08 йй. БР‑ҙың Мәҙәни күсемһеҙ мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу б‑са Ғилми производство үҙәге м‑н Д.С.Лихачёв ис. Рәсәй мәҙәни һәм тәбиғи мираҫ ҒТИ‑ның (Мәскәү) берлектәге эше һөҙөмтәһендә “Өфө. Мәҙәни һәм тәбиғи мираҫ” (“Уфа. Культурное и природное наследие”), “Башҡортостан Республикаһы. Мәҙәни һәм тәбиғи мираҫ” (“Республика Башкортостан. Культурное и природное наследие”) карталары тупланмаһы; ш. уҡ “Башҡортостандың православие ҡорамдары. Тарих һәм архитектура” (“Православные храмы Башкирии. История и архитектура”; 1995), “Башҡортостан Республикаһының 1987—2000 йй. асыҡланған археологик ҡомартҡылары  йыйынтығы” (“Свод археологических памятников Республики Башкортостан, выявленных в 1987—2000 годах”; 2004), “Рус православие сиркәүенең Өфө епархияһы” (“Уфимская епархия Русской Православной Церкви”; 2005), “Өфө-II ҡаласығы. 2006 й. ҡаҙылмалар материалдары” (“Городище Уфа- II. Материалы раскопок 2006 года”; 1‑се т., 2007), “Өфө урамдарының исемдәре” (“Уфимских улиц имена”; 2007) һ.б. китаптар нәшер ителде.

Әҙәб.: Савельев Н.С. Северо-восточный регион РБ: опыт анализа государственной охраны недвижимых объектов культурного наследия. Уфа, 2003; Историко-познавательный туризм в Республике Башкортостан: сб. ст. Кн.1. Уфа, 2004; Лебедев А.И. Становление и развитие органов государственной охраны памятников истории и культуры в 1917—2010 годах (по материалам Башкирии). Уфа, 2012.

А.И.Лебедев

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019