БАЛЕЗИН Степан Афанасьевич
БАЛЕЗИН Степан Афанасьевич (4.1.1904, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Володинский утары — 23.1.1982, Мәскәү), химик. Химия ф. д‑ры (1943), проф. (1943). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1964), СССР‑ҙың мәғариф (1970) һәм РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1957). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. А.И.Герцен ис. Ленинград пед. ин‑тын (1930) һәм Ҡыҙыл профессура филос. һәм тәбиғәт белеме ин‑тын (Мәскәү, 1932) тамамлаған. 1919 й. алып Өфө губ. Бөрө өйәҙе Павловка а. башланғыс мәктәп уҡытыусыһы, Төй а. балалар йорто дир., 1920 й. — өйәҙ мәктәптәре инструкторы. 1922 й. Бөрө өйәҙ ком‑ты секретары, 1923—24 йй. Рәсәй коммунистик йәштәр союзы Башҡ‑н өлкә ком‑тының яуаплы хеҙм-ре. 1932 й. алып Л.Я.Карпов ис. Физик химия ин‑тында эшләй, бер үк ваҡытта Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр ин‑тында (1930—36) һәм Шәреҡ хеҙмәтсәндәренең коммунистик ун‑тында (Мәскәү; 1932—33) уҡыта. 1936 й. алып Куйбышев мед. ин‑тының физик химия һәм коллоидтар химияһы каф. һәм 1938—80 йй. В.И.Ленин ис. Мәскәү пед. ин‑тының дөйөм һәм аналитик химия каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре формальдегидтан шәкәрҙәр барлыҡҡа килеү процесын өйрәнеүгә, металдарҙы коррозиянан һаҡлау проблемаларына, ингибиторҙарҙың металдар ныҡлығын билдәләүсе үҙенсәлектәргә тәьҫирен тикшереүгә арналған. Уның етәкс. У—2 маркалы илдәге тәүге коррозия ингибиторҙары (уникол) эшләнә, 1942 й. башында уларҙы етештереү ойошторола (Мәскәү өлк.). Б. тәҡдим иткән алымды файҙаланып, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 5 млн ашыу ҡорал кәрәк‑яраҡтары тутыҡтан таҙартыла һәм яңынан сафҡа индерелә. Металдарҙың коррозия ингибиторҙарын уйлап табыу б‑са фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусы. 420‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 52 уйлап табыу авторы. “Химия в школе” (“Химия мәктәптә”) ж. баш мөхәррире (1963—70) һәм ред. советы рәйесе (1970—82). СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1946). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1946), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Бөрө ҡ. урамға Б. исеме бирелгән.
Хеҙм.: Ингибиторы коррозии металлов. М., 1958 (авторҙ.); Основы физической и коллоидной химии. М., 1964 (авторҙ.); Практикум по неорганической химии. М., 1967 (авторҙ.).
Әҙәб.: Степан Афанасьевич Балезин. М., 1988; Балезин А.С. Комсомолец, педагог, учёный //За власть народную. Уфа, 1989.
А.С.Балезин, Т.П.Лелюх
Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева