Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛЛЫ БӘШМӘК

Просмотров: 356

БАЛЛЫ БӘШМӘК, төпһәғолаҡ 1) армиллариелла (Armillariella), базидиомицеттар класының пластинкалы бәшмәктәр тәртибенә ҡараған бәшмәктәр заты. 17 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа ысын, йәки көҙгө, Б.б. үҫә. Эшләпәһенең диам. 5—10 см, йәш бәшмәктең эшләпәһе ҡабарынҡы, төрөлгән ситле, һуңыраҡ бәләкәй түмһәләк м‑н йәйенке, көрәнһыу, һарғылт һоро йәки ҡыҙғылт, күп һанлы көрән тәңкәле. Пластинкалары кәмей барыусы, йыуан, һарғылт аҡ. Һабының (аҡ балдаҡлы) оҙонлоғо 7—10, ҡалынлығы 1—1,5 см, төбөнә ҡарай йыуан, ваҡ тәңкәле, эшләпәһе м‑н бер төҫтә. Итсәһе аҡһыл, бушаҡ, йомшаҡ. Спора онтағы аҡ. Ағастарҙа (200‑ҙән ашыу ағас үҫемлек төрөндә үҙағастың аҡ серек ауырыуын тыуҙырыусы паразит) һәм үле үҙағаста үҫә. Аҙыҡ итеп тоҙланған, маринадланған һәм ҡурылған килеш ҡулланыла, ҡайһы ваҡыт Б.б. киптерәләр.

2) Пластинкалы бәшмәктәр тәртибенең тирмәбаш, йәки трихолома һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бер нисә төр бәшмәк атамаһы. Респ. болон серемәҫе, йәки болон Б.б., һәм һарғылт ҡыҙыл трихоломопсис, йәки һарғылт ҡыҙыл Б.б., осрай, уларҙың һабы ҡыҫҡараҡ, балдаҡһыҙ. Ҡарағай түңгәктәрендә һәм уларҙың эргәһендә үҫеүсе һарғылт ҡыҙыл Б.б. эшләпәһе (диам. 5—10 см) ҡыҙғылт һары (һабы м‑н бер төҫтә), ҡыҙғылт тәңкәле, пластинкалары һары; болондарҙа һәм көтөүлектәрҙә осраған болон Б.б. эшләпәһе (диам. 3—5 см) тупаҫ түмһәкле, охра-көрән төҫтә, пластинкалары һирәк, тоноҡ һары (һабы м‑н бер төҫтә). Ике төрө лә ашарға яраҡлы. Б.б. уға тышҡы яғы һәм әсе тәме м‑н оҡшаш ялған Б.б. затына ҡараған ағыулы бәшмәктәрҙән айыра белергә кәрәк.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на башкирском языке

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019