Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАТТАЛ, Учалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 410

БАТТАЛ, Учалы р‑нындағы ауыл, Озёрный а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 87 км һәм Уралтау т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 221 кеше; 1920 — 222; 1939 — 196; 1959 — 206; 1989 — 242; 2002 — 344; 2010 — 316 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Озёрный урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Күбәләк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. билдәле (Ике Баттал исемле 2 утарҙа 47 кеше йәшәгән 5 йорт иҫәпкә алынған). Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған (уның улдары Аҙнағол, Бәхтегәрәй, Аҙнабай һәм Йомағол Батталовтар билдәле). 1866 й. 32 йортта 215 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Я.Ш.Әхмәтйәнов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019