Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАТУРИН Юрий Ефремович

Просмотров: 308

БАТУРИН Юрий Ефремович (3.3.1936, БАССР‑ҙың Благовещен р‑ны Александровка а.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1989), проф. (1991). РСФСР‑ҙың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1987). Төмән өлк. почётлы нефтсеһе (1986). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) Татарстан ҒТИ (Бөгөлмә ҡ.) хеҙм‑ре. 1966 й. алып Төмән ҡ. эшләй: “Гипротюменнефтегаз” ин‑тында (лаб. етәксеһе), 1975 й. башлап Себер нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда (1986 й. алып дир. урынбаҫары). 1993 й. башлап “СургутНИПИнефть” ин‑тының Төмән бүлексәһе дир., 2012 й. — "Сургутнефтегаз" ААЙ-ның геология һәм ятҡылыҡты үҙләштереү б-са баш геолог советниғы—ген. дир. урынбадары. Фәнни эшмәкәрлеге Көнбайыш Себерҙең ер аҫтын үҙләштереү һәм нефть-газ комплексы үҫеше проблемаларына арналған. Б. нефть-газ ятҡылыҡтарын (ш. иҫ. сығарыуы ауыр булған һаҡламдар м‑н) эшкәртеүҙе проектлауҙың методикаһын һәм автоматлаштырылған системаһын эшләй. Б. етәкс. Рәсәй (Лянтор, Самотлор, Фёдоровка һ.б.) һәм Алжир ятҡылыҡтарын эшкәртеү б‑са 200‑ҙән ашыу проект эше башҡарыла. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 66 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1975).

Хеҙм.: Совершенствование систем разработки нефтяных месторождений Западной Сибири. Свердловск, 1975 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019