Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШКИРПОМОЩЬ”, комиссия

Просмотров: 326

“БАШКИРПОМОЩЬ”, Граждандар һуғышы барышында бөлгөнлөккә төшкән Башҡ. респ. халҡын соц. тәьмин итеү б‑са Башҡортостан хәрби‑революцион комитетында Бөтә Рәсәй ҮБК вәкиле эргәһендәге комиссия. 1919 й. дек. Стәрлетамаҡ ҡ. ойошторола. 1919 й. 6 окт. РСФСР ХКС‑ының “Аҡтарҙан зыян күргән башҡорттарға ярҙам күрһәтеү тураһында” ҡарары б‑са РСФСР‑ҙың соц. тәьминәт ХК бүлгән аҡса иҫәбенә финанслана; аҡса тотонолоуын күҙәтеүҙе Бөтә Рәсәй ҮБК, РСФСР‑ҙың дәүләт контроле, милләттәр эше, хеҙмәт һәм соц. тәьминәт, финанс ХК башҡара. “Б.” мохтажлыҡ күреүселәрҙе иҫәпкә алыуҙы, зыян күргән ярлылар ком‑ттары аша гуманитар ярҙам бүлеүҙе, туҡланыу пункттары, дауаханалар һәм балалар йорттары асыуҙы, халыҡты йәмәғәт эштәренә ылыҡтырыуҙы ойоштора, емерелгән ауылдарҙы аяҡҡа баҫтырыу эшенә тотона. “Б.” аппаратына Стәрлетамаҡта “Б.” Үҙәк идаралығы һәм кантондарҙың адм. үҙәктәрендә “Б.” кантон комиссиялары инә. Үҙәк идаралыҡты дөйөм бүлек, предприятиелар, тәьминәт, бүлеү һәм уларҙың ярҙамсы бүлектәре тәшкил итә, Мәскәүҙә, Ырымбурҙа һәм Өфөлә вәкилдәре була. “Б.” булышлыҡ күрһәтеү маҡсатында, Башҡ‑н ХРК 1919 й. 4 дек. комиссия хеҙм‑рҙәрен хоҡуҡтары һәм вазифалары б‑са хәрби хеҙм‑р м‑н тиңләү т‑да ҡарар ҡабул итә. 1920 й. Башҡ‑н ХРК, “Б.” эшмәкәрлеген респ. ҡаршы, байҙар м‑н ярлылар араһында ыҙғыш тоҡандырыуға йүнәлтелгән, комиссияның башҡорттарға ярҙамы әһәмиәтһеҙ, уға бүленгән аҡсаларҙы тотоноу маҡсатҡа ярашлы түгел, тип белдерә. 1920 й. ғин. һәм мартында Стәрлетамаҡта “Б.” яуаплы хеҙм‑рҙәренең 2 съезы үткәрелә. 1920 й. комиссия бөтөрөлә, уның вазифалары АСБР ХКС‑ына тапшырыла. “Б.” етәкс.: Башҡ‑н ХРК‑нда Бөтә Рәсәй ҮБК вәкиле Т.И.Сидельников (1919 й. авг.—дек.), Ф.А.Сергеев (1919 й. дек. — 1920 й. июне), П.Н.Мостовенко (1920 й. июнь—июле).

Әҙәб.: Гумеров Г.Х. “Башкиропомощь” и “Башпомгол” //Октябрьская революция и рождение Советской Башкирии. Уфа, 1959.

М.М.Ҡолшәрипов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019