Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙТУР, Мишкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 305

БАЙТУР, Мишкә р‑нындағы ауыл, Камай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 22 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 143 км алыҫлыҡта Байтур й. (Уҫы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 744 кеше; 1920 — 762; 1939 — 765; 1959 — 541; 1989 — 381; 2002 — 339; 2010 — 273 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 1815 й. Бөрө өйәҙендә ҡаҙна ведомствоһы ерҙәрендә мариҙар нигеҙ һала. 1865 й. 61 йортта 428 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на башкирском языке

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019