Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙМАҠ ҠОЙОУ-МЕХАНИКА ЗАВОДЫ

Просмотров: 450

БАЙМАҠ ҠОЙОУ‑МЕХАНИКА ЗАВОДЫ, АЙЙ. Төрлө насостар һәм улар өсөн, ш. уҡ мәғдән онтау тирмәндәре, туҙыуға сыҙамлы күп хромлы суйындан эшләнгән онтағыс комплекстар өсөн запас частар етештерә. Составына ҡойоу, механик эшкәртеү, насос ҡороу цехтары инә. 2011 й. 580 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар – БР‑ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәренең һәм яҡын сит илдәрҙең тау‑металлургия пр-тиелары.

1957 й. Баймаҡ баҡыр иретеү з‑ды (ҡара: Таналыҡ‑Баймаҡ заводы) базаһында Ш.Хоҙайбирҙин ис. Баймаҡ машиналар эшләү з‑ды (суйын һәм төҫлө ҡойолмалар етештергән) булараҡ нигеҙ һалына, 1999 й. хәҙ. статусын ала, 2004 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1970—80 йй. тармаҡта тәүгеләрҙән булып з‑дта ҡойолманы электрогидравлик ысул м‑н таҙартыу производствоға индерелә, аҙ сығымлы һәм туҙыуға сыҙамлы суйын иретмәләре үҙләштерелә.

Тәрж. Д.М.Шәрәфетдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019