Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТ КҮСМӘ ТЕАТРЫ

Просмотров: 366

БАШҠОРТ КҮСМӘ ТЕАТРЫ, 1924—30 йй. булған. Башҡорт драма театры структураһында респ. һәм унан ситтә гастроль эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыусы театр труппаһы булараҡ ойошторола. Ойоштороусыһы һәм тәүге художество етәксеһе — В.Мортазин‑Иманский. Театр репертуарына Ф.М.Сөләймәновтың “Салауат батыр”, М.А.Буранғоловтың “Ашҡаҙар”, Х.Ғ.Ғәбитовтың “Ынйыҡай менән Юлдыҡай”, М.Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу”, Д.Юлтыйҙың “Ҡарағол”, А.М.Таһировтың “Пролетариат”, Н.Иҫәнбәттең “Һижрәт”, К.Ғ.Тинчуриндың “Һүнгән йондоҙҙар”, Ф.Сәйфи‑Ҡазанлының “Дошмандар”, Ф.Бурнаштың “Һижрәт, йәки Мирза Хөсәйен” пьесалары, ш. уҡ М.Горький, Мольер, А.Н.Островский әҫ., агитпьесалар һәм концерт программалары ингән. Труппаның тәүге гастроль маршруты 70‑тән ашыу торама пунктын үҙ эсенә алған.

Әҙәб.: Зөбәйеров Ә.Ф. Башҡорт дәүләт күсмә театры ауылдарҙа. Өфө, 1928.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на башкирском языке

 
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019