“БАШҠОРТОСТАН”, спидвей б‑са клуб командаһы
“БАШҠОРТОСТАН”, спидвей б‑са клуб командаһы. Өфөлә эшләгән: 1962 й.алып төҙөлөш тресы №3 спорт мотоклубы эргәһендә, 1980 й. — “Өфөлө” спорт клубы һәм ДОСААФ өлкә ком‑ты эргәһендә, 1989—98 йй. — “Башҡортостан” спорт-коммерция үҙәге (1995—96 йй. “ЛУКОЙЛ—Башҡортостан” тип атала) эргәһендә. “Б.” — СССР чемп. (1962, 1964, 1967—69, 1981—83, 1988), СССР халыҡтары спартакиадаһы чемп. (1967, 1979); команда (1966) һәм парлы (1988) уҙыштарҙа СССР Кубогын яулаусы; Рәсәй чемп. (1993); СССР (1963, 1975—76, 1980, 1984) һәм Рәсәй (1995) чемпионаттарының көмөш призёры; клуб командалары араһында СССР (1974, 1977—78, 1985, 1989) һәм БДБ (1992) чемпионаттарының бронза призёры. 1964 й. “Б.” уҙышсыларынан торған СССР йыйылма командаһы донъя чемпионатының көмөш призёры була. “Б.” өсөн төрлө йылдарҙа Н.К.Корнев, Г.В.Куриленко, Ғ.Ф.Ҡадиров, Р.М.Мәрҙәншин, И.А.Плеханов, Б.А.Самородов, М.Л.Старостин, Р.Р.Сәйетгәрәев, А.Р.Фәйзуллин, Ю.А.Чекранов, Ф.В.Шәйнуров сығыш яһай. “Б.” м‑н тренерҙар А.З.Изгин, А.П.Сухов, Р.Ҡ.Сәфәров, Н.Ф.Чернов, А.М.Әхмәҙиев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.
Н.А.Ермоленко
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
“Башҡортостан”дың беренсе команда составы: Б.А.Самородов, И.А.Плеханов, Ф.В.Шәйнуров, Л.Н.Дробязко. Өфө, 1962