Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕРЕЖНОЙ Иван Михайлович

Просмотров: 357

БЕРЕЖНОЙ Иван Михайлович (1924, Төркөстан АССР‑ының Кременчуг а. — 10.4.1944, Перекоп муйыны, Ҡырым АССР‑ының Суворов а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. авгусына тиклем Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында слесарь булып эшләй. 1942 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1943 й. октябренән 4‑се Украина фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се гвардия армияһы 87‑се уҡсылар дивизияһы 261‑се гвардия уҡсылар полкының пулемётсылар взводы командиры гвардия кесе лейтенант Б. 1944 й. апрелендә Перекоп муйынында дошман оборонаһын өҙөүҙә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1945). Б. исеме Стәрлетамаҡ ҡ. урамға бирелгән, шунда уҡ Геройҙар аллеяһында уға бюст, Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы бинаһына һәм Херсон ҡ. йорттарының береһенә мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

   Әҙәб.: Герои боёв за Крым. Симферополь, 1972; Герои твои, Херсонщина. Симферополь, 1980.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.10.2022