Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕРЕНСЕ АРМИЯ, РККА‑ла

Просмотров: 531

БЕРЕНСЕ АРМИЯ, РККА‑ла. 1918 й. июнендә Реввоенсовет директиваһы б‑са Сызрань һәм Сембер ҡҡ. тирәһендә һуғышыусы Ҡыҙыл Армияның айырым отрядтарынан ойошторола. Сембер, Инза һәм Пенза див. тора. Көнсығыш фронт (1919 й. апр. алып Көньяҡ армиялар төркөмөндә), авг. алып Төркөстан фронты составына инә. Граждандар һуғышы барышында Һамар губернаһы, Өфө губернаһы һәм Ырымбур губернаһы терр‑яһында Башҡорт корпусына, Урал армияһы, Халыҡ армияһы һәм Ырымбур армияһына ҡаршы һуғыша. Сент. — Семберҙе, окт. — Сызрань, Һамар, Боғорослан ҡҡ., дек. — Стәрлетамаҡ ҡ., 1919 й. ғин. Ырымбур ҡ. ала. Һөжүм итеү (1918 й. сент. — 1919 й. февр.) һәм контрһөжүм (1919 й. май— июле) барышында Б.а. айырым частары Бәләкәй Башҡортостанда башҡорттарға ҡарата башбаштаҡлыҡтарға юл ҡуя. 1921 й. ғин. таратыла. Командующийҙары: А.И.Харченко (1918 й. 19—28 июне), М.Н.Тухачевский (1918 й. июненән), Г.Д.Гай (1919 й. ғин. алып), Г.В.Зиновьев (1919 й. майынан), И.Ф.Блажевич (1920 й. нояб. — 1921).

Әҙәб.: Гражданская война в России: борьба за Поволжье. М.; СПб., 2005.

Р.С.Таймаҫов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019