Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕЛЕМБАЙ ЗАВОДЫ

Просмотров: 355

БЕЛЕМБАЙ ЗАВОДЫ, 1730 й. ҡатай ҡәбиләһе башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Белембай й. (Кама й. басс.) буйында А.Г.Строганов (ҡара: Строгановтар) суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һала (ерҙәр Строгановтарға 1558 й. батша Иван IV тарафынан бирелә). Хужалары: Строгановтар; 1918 й. национализациялана. Белембай тау округына ингән. 1734 й. эшләй башлай. 18 б. аҙ. 2 домна мейесе, 5 крица горны һәм 2 ҙур сүкеш, 19 б. уртаһында 3 домна мейесе, крица горны һәм пар машинаһы, 1900 й. домна мейесе һәм 4 пар машинаһы булған. 18 б. аҙағына ҡарай Б.з. 66,6 мең дисәтинәнән ашыу ере һәм 10 руднигы була. 1773 й. ҡарай заводта 1198 крепостной крәҫтиән (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре) иҫәпләнә; 18 б. аҙ. мастеровой һәм эшсе кешеләр — 711; 1860 й. эшсе (ҡара: Эшселәр синыфы) — 1522, 20 б. башында — 250‑гә тиклем. Уртаса етештереүсәнлек йылына 412 мең бот суйын тәшкил итә, макс. — 753 мең бот (1912). Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында 1774 й. ғин.— мартында завод баш күтәреүселәр ҡулында була; 300‑гә яҡын крәҫтиән И.Н.Белобородов етәкс. отрядҡа берләшә. 20 б. 60‑сы йй. башында торба етештереүсе цех сифатында Первоуральск яңы торбалар з‑дына ҡушыла; 1973 й. ябыла. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Свердловск өлк. Белембай ҡасабаһы урынлашҡан.

И.Н.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019