БИБИКОВ Борис Владимирович
БИБИКОВ Борис Владимирович (9.7.1900, Серпухов ҡ. — 5.11.1986, Дүшәмбе ҡ.), педагог, актёр. Проф. (1951). РСФСР‑ҙың (1947), БАССР-ҙың (1959), Тажик ССР‑ының (1964) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, Ҡарағалпаҡ АССР‑ының атҡ. артисы (1967). М.А.Чехов студияһында уҡый (Мәскәү). 1922 й. алып Мәскәү художество театрының 1‑се студияһы актёры, 1927 й. — Мәскәү Революция театры актёры һәм режиссёр-ассистенты, 1934 й. — Мәскәүҙең төрлө театрҙары режиссёры, бер үк ваҡытта ГИТИС‑та һәм 1942 й. башлап — Бөтә союз дәүләт кинематография ин‑тында, 1970 йй. аҙ. Тажикстан сәнғәт ин‑тында (Дүшәмбе) уҡыта.
Актёр оҫталығы б‑са СССР‑ҙың алдынғы уҡытыусыларының береһе. Б. уҡыусылары араһында Рәсәй театры һәм киноһы актёрҙары: Л.В.Куравлёв, Н.В.Мордюкова, Н.В.Румянцева, Е.Ф.Савинова, В.В.Тихонов. 1954—59 йй. ГИТИС‑тың башҡ. студияһы етәксеһе һәм педагогы (О.И.Пыжова м‑н берлектә) була, уны тамамлаусылар (20 кеше) — Ә.Ғ.Абдразаҡов, З.Ҡ.Атнабаева, И.Х.Йомағолов, В.С.Кәримов, Р.Ш.Кәримова, Ф.Ҡ.Ҡасимова, Г.А.Мөбәрәкова, Ш.Р.Рәхмәтуллин, Г.Б.Сәғитова, М.З.Һөйәрғолов, Р.М.Әҙелшина, Х.Ғ.Яруллин һ.б. —Башҡортостан мәҙәниәтенә ҙур өлөш индерә. Б. шулай уҡ авар, тажик, төрөкмән һ.б. милли студияларҙы сығара. Б. “Караптар бастиондарҙы штурмлай” (“Корабли штурмуют бастионы”; 1953), “Майор Вихрь” (1968; икеһе лә — “Мосфильм” к/ст), “Иртәгә килегеҙ” (“Приходите завтра”; 1963, Одесса к/ст), “26 Баҡы комиссары” (“26 бакинских комиссаров”; 1966, “Мосфильм” к/ ст — “Азербайджанфильм”) һ.б. киноларҙа төшә. Сталин пр. лауреаты (1950).
Әҫәрҙ.: Театр и судьба: воспоминания. Душанбе, 1990.
Әҙәб.: Атнабаева З. Яҙмыштар. Ролдәр. Яҙмыштар. Өфө, 2008.
А.Ә.Балғазина
Тәрж. Г.С.Балтабаева