Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕНЬКОВСКАЯ Галина Васильевна

Просмотров: 404

БЕНЬКОВСКАЯ Галина Васильевна (7.3.1955, Гурьев ҡ.), генетик. Биол. ф. д‑ры (2009). В.Г.Беньковскийҙың ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлаған (1978). 1972—73 йй. һәм 1982 й. алып Биохимия һәм генетика ин‑тында эшләй (өҙөклөк м‑н), 2012 й. алып топ ғилми хәҙм-р. 1978—82 йй., 1991—92 йй. Органик химия ин‑тында (1992 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни эшмәкәрлеге бөжәктәрҙең стресс реакцияһы үҫешенең популяцион‑генетик һәм физиологик‑биохимик аспекттарын өйрәнеүгә арналған. Б. стресс шарттарында специфик булмаған реакциялар формалашыуының онтогенетик законлылыҡтары, бөжәктәрҙең модель һәм тәбиғи популяцияларының фенетик төҙөлөшө һәм уларҙың насар йоғонтоларға сыҙамлылығының генетик нигеҙҙәре араһындағы бәйләнеште асыҡлай. 125‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Перитроиды и ингибиторы синтеза хитина в борьбе с колорадским жуком. Уфа, 1991 (авторҙ.); Средства и методы защиты биополимеров от вредителей. Уфа, 2005 (авторҙ.).

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019