Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕЛЕНЬКИЙ Константин Рувимович

Просмотров: 341

БЕЛЕНЬКИЙ Константин Рувимович (22.9.1920, Одесса ҡ. — 22.6.1981, Өфө), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (1976). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Одесса мед. ин‑тын (1941) һәм Куйбышев хәрби-мед. акад. (1942) тамамлағандан һуң Совет Армияһында хәрби табип булып хеҙмәт итә. 1958—79 йй. Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ лаб. етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге күҙ эсе баҫымын өйрәнеүгә, трахоманы иртә диагностикалау алымдарын эшләүгә һәм уны дауалау ысулдарын камиллаштырыуға арналған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән (1944, 1954).

Хеҙм.: Руководство по трахоме. Уфа, 1970 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019