Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИКМӨХӘМӘТОВ Роберт Ғата улы

Просмотров: 341

БИКМӨХӘМӘТОВ Роберт Ғата улы [11.1.1929, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Илеш а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 28.8.1995, Мәскәү], әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1983), проф. (1987). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1989). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1952). 1956 й. алып СССР ФА‑ның М.Горький ис. Донъя әҙәбиәте ин‑тында (Мәскәү) эшләй, 1960 й. — “Дружба народов” (“Халыҡтар дуҫлығы”) ж. баш мөхәррир урынбаҫары, 1962 й. — МДУ уҡытыусыһы, әҙәбиәт тарихы каф. эргәһендәге сектор мөдире. Фәнни хеҙмәттәре Рәсәй халыҡтары милли әҙәбиәттәренең бер‑береһенә йоғонтоһо, әҙәбиәт теорияһы, әҙәбиәт ғилеменең методологияһына арналған. Ғәлимйән Ғ.Ибраһимов, М.Йәлил, Ғ.Туҡай тормошо һәм ижады хаҡындағы монографиялар; М.Ғафури, М.Кәрим, С.Ҡудаш, Н.Нәжми, К.Ә.Әхмәтйәнов һ.б. ижадына арналған мәҡ. авторы. Б. хеҙмәттәре инглиз, немец, поляк телдәренә тәржемә ителгән.

Әҫәрҙ.: Орбиты взаимодействия. М., 1983.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019